Главная | Регистрация | Вход | RSS |
Официальный сайтЗигангировой Гульнары Маратовны |
|
МОИ ПЕСНИ
Мин һалдат Г. Баянова музыкаһы Һалдат кейемдәрен кейҙем Һалдат булдым бит хәҙер Илем тыныслығы өсөн Һаҡта торорға әҙер
Аңлайым , һине олатай, Ҙурайғанмын бит күптән. Илем, тиеп, янғанһығыҙ Уттар яуһа ла күктән.
Тыныслыҡ, тип, торғанһығыҙ Дошман яуына ҡаршы Күптәрегеҙҙең ҡәбере “Билдәһеҙ һалдат” ташы.
Күпме инәй, өләсәйҙәр Ҡанлы йәштәрен һөрткән “Ҡара ҡағыҙҙар” алғас та, Бәлки ҡайтыр, тип көткән.
Һалдат кейемдәрен кейҙем Хәҙер мин һалдат инде. Ҡара ҡайғы урап үтһен Минең тыуған илемде Олатайым ҡурайы Р. Ғөбәйҙуллина музыкаһы Тау буйында,үҙәнлектә Үҫеп сыҡҡан бер ҡурай. Моңло көйҙәрен сығарып Олатай ҡурай уйнай. Олатайымдың ҡурайы Бәләкәс кенә булһа ла, Ундай матур көй сығарған Юҡтыр әле донъяла. Олатайым һағышланһа Ҡурайым алып көйләй. Оҙон көйҙәр,әйтерһең дә Халҡым тарихын һөйләй. Ап-аҡ ҡына ҡар яуа Турғай Р. Ғөбәйҙуллина музыкаһы Р. Ғөбәйҙуллина музыкаһы Ап-аҡ ҡына ҡар яуа Ағас ботағына ҡунып Ергә йондоҙҙар тама. Бер турғай беҙгә ҡарай. Әйҙә бергә уйнайыҡ, Әйтерһең сут-сут тиеп Йүгерешеп алайыҡ. Беҙҙән ашарға һорай. Ап-аҡ ҡына ҡар яуа Әйт әле турғайым Ергә йондоҙҙар тама. Ниндәй уйҙар уйлайһың? Һикерешеп ҡар өҫтөндә Килегеҙсе,балалар Аҡ ҡуяндар булайыҡ. Ҡуйығыҙсы тағараҡ, Аҡ ҡарҙан ҡар бабайҙы Ҡуйығыҙсы тағараҡ, Өйөп кенә ҡуяйыҡ. Тик булығыҙ һағыраҡ. Ап-аҡ ҡына ҡар яуа Әйт әле турғайым Ергә йондоҙҙар тама. Ниндәй уйҙар уйлайһың?
|
|
Copyright Zigangirova © 2021 |
Гульнара Маратовна |