Официальный сайт 

Зигангировой Гульнары Маратовны

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 1714
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

 


Мои стихи

Бәхет ҡуласаһы. Г. Йыһангирова

 

Ап- аҡ ҡына ҡар яуа

Ап- аҡ ҡына ҡар яуа

Ергә йондоҙҙар тама

Әйҙә бергә уйнайыҡ,

Йүгерешеп алайыҡ.

Ап-аҡ ҡына ҡар яуа
Ергә йондоҙҙар тама
Һикерешеп ҡар өҫтөндә

Аҡ ҡуяндар булайыҡ.

Аҡ ҡарҙан ҡар бабайҙы

Өйөп кенә ҡуяйыҡ.

Ап-аҡ ҡына ҡар яуа
Ергә йондоҙҙар тама

 

 

 

 

              Ҡыш бабай

Аҡбуҙатҡа ултырып

Сыбыртҡыһын һыҙҙырып

Ҡыш бабай килеп етте

Аҡ бурандар туҙҙырып.

Ҡыш бабайҙың туны ла

Ап- аҡ ҡар кеүек икән.

Байрам булғанын белеп

Беҙгә лә килеп еткән.

 

 

 

Кемдәр йәшәй урманда

           Аҡ ҡуян һикереп йөрөй

Ап- аҡ ҡар өҫтәрендә.

Айыуҡайҙың йоҡлағанда

Ҡар инә төштәренә.

Төлкөбикә ҡар өҫтөндә

Аҙаштыра эҙҙәрен

Йымылдашып ап- аҡ ҡарҙар

Ҡамаштыра күҙҙәрен.

 

 

 

Ҡарһылыу

Ҡарҙар өйөп бер ергә

Ҡуйҙыҡ ҡыҙыҡай эшләп.

Ҡарһылыу килеп сыҡты,

Ҡарағыҙ әле, бик шәп.

 Күҙҙәре уйнап тора,

Үҙе йылмайған кеүек. 

Терелеп китеп төндә,

Байрамға килер бейеп.

 

Тамсыҡай

       Тамсы , тамсы, тамсыҡай

           Һикереп төштөҡыйыҡтан.

Үҙе  ҡалай бойоҡҡан,

     Әллә ҡулы ҡаймыҡҡан?

    Ҡыштар буйы ҡыйыҡта

   Оҙон боҙбармаҡ булды,

Ҡояш көлә башлағайны,

Иреп бөттө лә ҡуйҙы.

 

 

 

 

Еләктәр

Йәйҙеңкөндәрендә

Килдем йәшел болонға

Еләктәрем ҡыҙарыша

Ҙур кәрзинем ҡулымда.

Тәмле – тәмле еләктәр

Болонда бик күмәктәр.

Еләккәйҙәр ҡайҙа булған

Миңә тауыш бирегеҙ.

Күрсмәй ҡалһам кәрзинемә

Һикерешеп инегеҙ.

Тәмле – тәмле еләктәр

Болонда бик күмәктәр.

Татлы- татлы едләктәрҙе

Тултырҙым кәрзинемә.

Ҡыуаныстан бейеп киттем

Таянып бөйөрөмә.

Сөмбөлә

Бөтә тәбиғәтте бөгөн

Буяным сыбар төҫтә,

Баҡсалағы уңыштарға

Етмәй бит әле көс тә.

                     Байрам мул, йомарт булһын тип,

Барыһын да үҫтерҙем

             Шатлыҡ, ҡыуаныстарымды

 Алып килеп еткерҙем.

 

 

Хушығыҙ дуҫтар

Көҙҙәр еткәс ҡаңғылдашып

Ҡанат йәйәбеҙ.

Хушығыҙ дуҫтар, яҙын,

Тағы килербеҙ.

Һандуғастар моңо тыныр

Көҙҙәр еткәс тә.

Йылы яҡҡа беҙ китәбеҙ

Һыуыҡ төшкәс тә.

 

Йәшелсә баҡсаһында

Баҡсабыҙҙа беҙҙең быйыл

Йәшелсәләр бик уңған.

Күҙҙең яуын алып тора

Кишер, ҡыяр һәм һуған.

 

Ҙур түтәлдә үҫеп сыҡҡан

Теҙелешеп сөгөлдөр

Минең витаминымды, ти

Кемдәр өҙөп өлгөрөр.

 

Помидорҙар ҡыҙарышып

Кәрзинемә һыймайҙар.

Кишерҙәр ғорур үҫәләр

Кем яратмай ҡыярҙар?

Йомарт уңыш

Ғәжәп шәп уңған быйыл

Баҡсабыҙҙа йәшелсә

Бергәләп әсәйем менән

Йыйып алдыҡ беҙ кисә.

 

Ҡарағыҙсы, өлгөргән

Шалҡан, ҡыяр һәм кишер.

Тиҙҙән алланып торған

Помидорҙар ҙа бешер.

 

Кәрзиндәргә тултырам, 

Ә  йөҙөмдә-йылмайыу.  

Үҫтереүе бик ауыр,

Күңелле йыйып алыу.

Сөмбөлә килде беҙгә

Йәмле көҙҙәр тыуғанда

Алтын башаҡ тулғанда

Бүләктәр һалып кәрзингә

Сөмбөлә килде беҙгә.

Сөмбөлә,Сөмбөлә,

Сөмбөлә килде беҙгә.

Һарғылт-ҡыҙыл сәстәрен

Көҙгө елдәр тирбәтә

Баҡсалағы емештәрҙе

Беҙҙең байрамға илтә.

Сөмбөлә, Сөмбөлә

Áеҙҙең байрамға илтә.

Быйыл беҙҙе ниҙәр көтә

Көҙ быйыл нисек килә

Һөйләп бирсе һин беҙгә

Көҙ һылыуы Сөмбөлә.

Сөмбөлә, Сөмбөлә,

Kөҙ һылыуы Сөмбөлә.

Көҙгө бал

Миләштәр ҡыҙарып бешеп

Япраҡтар ҡойолғанда,

Беҙ баҡсаға бергәләп

Йыйылдыҡ көҙгө балға.

Көҙгө бал,көҙгө

Бàëа саҡ иҫтәлеге.

Көҙгө бал, көҙгө бал,

Ҡалыр иҫтә һәр кемдең.

Бергә-бергә түңәрәктә

Әйләнәбеҙ парланып.

Ҡоштар ҙа беҙгә ҡарап,

Һағышлана моңланып.

Көҙгә бал, көҙгө бал

Бала саҡ иҫтәлеге.

Көҙгө бал, көҙгө бал

Ҡалыр иҫтә һәр кемдең.

 

Турғай

Ағас ботағына ҡунып

Бер турғай беҙгә ҡарай

Әйтерһең сут-сут тиеп

Беҙҙән ашарға һорай.

          Әйт әле турғайым

          Ниндәй уйҙар уйлайһың?

Килегеҙсе,балалар

Ҡуйығыҙсы тағараҡ,

Уға емдәр һалығыҙ,

Тик булығыҙ һағыраҡ.

         Әйт әле турғайым

         Ниндәй уйҙар уйлайһың?

 

 

 

 

 

Корзина
Поиск
Отдел образования
ОО
2022 год
Год 2022 в Российской Федерации
2022 йыл
Год 2022
Календарь
«  Май 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Архив записей
Block title
Block content

Copyright Zigangirova © 2021
Гульнара Маратовна