Бөгөн, 13 декабрь, "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында ҡала кимәлендә "Бәхет ҡуласаһы" исемле кескәйҙәр өсөн шиғыр йыйынтығының исем туйы ойошторолдо. Сараға туғандарым, коллегаларым, дуҫтарым һәм кескәйҙәр килде. шул ай уҡ ике этапта уҙғарылған шиғыр конкурсына ла йомғаҡ яһалды. Мине ҙурлап, хөрмәт итеп сараға килеүсе барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм. Телебеҙ һүнмәһен, башҡорт балаһы телем, илем тип ғорурланып йәшәһен. ,Барыбыҙ ҙа һау булайыҡ.