26 декабрь көнө "Толпар" төркөмө балалары Яңы йыл иртәлегенә йыйылды. Байрам сараһын "Бәләкәй шыршы" уйын- драматизация менән башлап ебәрҙеләр. Балалар төрлө йәнлектәр булып кейенеп уйындар, йырҙар, түңәрәк уйындарын башҡарҙы. Барыһы ла ҡыш бабай бүләген алып яҡшы кәйеф менән ҡайтты байрамдан.