Размер шрифта: A A A Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Официальный сайт 

Зигангировой Гульнары Маратовны

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 1714
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Главная » 2021 » Октябрь » 2 » Хәүефһеҙлек көндәре үтә
09:51
Хәүефһеҙлек көндәре үтә

ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК ҠАҒИҘӘЛӘРЕН ИҪЕГЕҘҘӘ ТОТОҒОҘ!

* Баланы ҡулынан тотоп, һүҙһеҙ генә юл аша сығармағыҙ, һеҙҙән башҡа бер үҙе генә ҡалһа, ул юғалып ҡаласаҡ һәм бәләгә ҡалыу ихтималлығы ҙур, шуға күрә зебра аша йәки светофорҙың йәшел утына сыҡҡан һайын уға ҡағиҙәне аңлатығыҙ, һаҡ булырға, эргәнән үтеп барған машиналарҙы күҙ уңынан ысҡындырмай атларға өйрәтегеҙ.

* Хәүефһеҙерәк урында ҡулды ысҡындырып атлағыҙ, уның үҙ аллы йөрөү алыуын тикшерегеҙ, магазинға, балалар баҡсаһына ниндәй маршрут менән барыуҙы уның менән кәңәшләшегеҙ.

* Шәхси машинала ғына түгел, йәмәғәт транспортында ла йөрөтөгөҙ.

* Иң мөһиме: үҙегеҙ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ. Ҡайҙалыр ашығып, һуңға ҡалып барғанда , бигерәк тә балағыҙ һеҙҙең менән булғанда дөрөҫ хәрәкәт итмәү һеҙҙең быға тиклем алып барған әңгәмәләрҙе, тырышлыҡты юҡҡа сығарасаҡ. Насар ғәҙәт тиҙ үҙләштерелә, дөрөҫ юлға баҫтырыу еңел булмаясаҡ. Балдан татлы баланы һаҡлағыҙ! Йыл һайын республикала машина аҫтына 500-ҙән ашыу бала эләгә. Ҡыҙҙар һәм малайҙар уларға юлда ниндәй хәүеф-хәтәр янауын аңламай. Шуға күрә ата-әсәләр ғаиләһенә ҡаза килмәһен өсөн, барыһын да эшләргә тейеш. Балаларға юл ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ, уларға төрлө хәл-осраҡта үҙҙәрен нисек тоторға кәрәклеген аңлатығыҙ.

* Балалар баҡсаһына килгән юлды ҡйрәнеп, уның хәүефһеҙ урындарын билдәләгеҙ.

* Артабан балағыҙға тик шул ерҙән генә юлды үтеү мөһимлеген аңлатығыҙ. Уны хәүефте алдан күрә белергә өйрәтегеҙ

* Балағыҙҙың юл ҡағиҙәләрен ниндәй кимәлдә белеүен һәм үтәүен тикшерегеҙ.

* Балалар баҡсаһына юлды икәүләшеп өйрәнегеҙ.

* Балағыҙҙың велосипед тураһындағы хыялын тормошҡа ашырыр алдынан, тәүҙә йәшәгән ерегеҙҙең юл ҡағиҙәләре яғынан хәүефһеҙлегенә иғтибар бирегеҙ.

* Баланың үҙ урамынан сығып икенсе яҡҡа йүнәлеүе бар. Ә машиналар йөрөгән юлда балалар ғына түгел, ә водитель таныҡлығы булған кешеләр ҙә юғалып ҡала.

* Үҙегеҙ руль артында саҡта 12 йәше тулмаған баланы махсус автокреслола ғына йөрөтөргә, ә 12 йәштән һуң хәүефһеҙлек ҡайышын эләктерергә кәрәк икәнлеген онотмағыҙ.

* Каникул мәлендә балағыҙ ҡайҙа ғына ял итһә лә, уға юл ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртергә онотмағыҙ.

* Уларҙы урамда яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, машина юлында уйнарға рөхсәт итмәгеҙ.

* Балағыҙҙы кескәй саҡтан юл ҡағиҙәләрен күҙәтергә өйрәтегеҙ.

Просмотров: 64 | Добавил: Алия | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Корзина
Поиск
Отдел образования
ОО
2022 год
Год 2022 в Российской Федерации
2022 йыл
Год 2022
Календарь
«  Октябрь 2021  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Архив записей
Block title
Block content

Copyright Zigangirova © 2021
Гульнара Маратовна